"Урал батыр» - башҡорт эпосы (ҡобайыр), башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ сәнғәте шедевры, …
13-02-2025
"Урал батыр» - башҡорт эпосы (ҡобайыр), башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ сәнғәте шедевры, «Башҡортостандың Ете мөғжизәһе»нең береһе.
19 февраль Башкортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә һәм М.А.Буранғолов тарафынан «Урал батыр» эпосын яҙып алыуҙың 115 йыллығын билдәләүгә арналған «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» уйынын үткәрә.
Әгәр һин үҙеңде йәш, дәртле, зирәк һәм белемле тип һанайһың икән, үҙ көсөңдө беҙ әҙерләгән квиз-уйында һынап ҡара. Беҙҙең бағыусыларыбыҙҙан шәп бүләктәр әҙерләнгән. Төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат!
Сараның төп маҡсаты - «Урал батыр» эпосын мәңгеләштереү һәм йәштәр араһында популярлаштырыу. Уйын дауамында самауырҙан тәмле сәй эсеү, аралашыу, күңел асыу ҡаралған. Өфө ҡалаһында көн итеүсе республиканың төрлө район-ҡала берләшмәләрен ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Сара киске 19:00 сәғәттә башлана. Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк. https://forms.yandex.ru/u/67ac1f4550569067d1825c2f/
Командалар һаны сикле, шуға ашығығыҙ, дуҫтар! Инеү хаҡы 300 һум. Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965
Источник: https://vk.com/club131711141?w=wall-131711141_4583
Молодежные землячества, региональная общественная молодежная организация поддержки общественных инициатив
Источник: https://vk.com/club131711141?w=wall-131711141_4583
Молодежные землячества, региональная общественная молодежная организация поддержки общественных инициатив